9 декабрь, Йома

18 ноябрь 2011 йыл, 14:26

22 ноябрҙә эш менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул итеү ойошторола

автор: Евгений Рәхимҡолов

22 ноябрҙә РФ Президентының Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә мәшғүллек хеҙмәтендә иҫәпкә ҡуйыу, хеҙмәт баҙарында һорау һәм тәҡдимдәр мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул итеү ойошторола.  

Мөрәжәғәт итеүселәрҙе БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү идаралығы начальнигы урынбаҫары Рәзинә Насырова ҡабул итәсәк.

Башлана — сәғәт 10-да.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө, Цюрупа урамы, 100 («Үҙәк баҙар» транспорт туҡталышы). Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.

темалар: анонс