8 декабрь, Кесе йома

18 ноябрь 2011 йыл, 14:49

Башҡортостанда әсәлек капиталына 118 мең сертификат тапшырылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда әсәлек (ғаилә) капиталына 120 мең дәүләт сертификаты бирелгән. Бирелгән сертификаттар иҫәбе буйынса Башҡортостан Мәскәүҙән генә ҡалыша. Республикалағы Пенсия фондында сертификаттар буйынса мөрәжәғәттәрҙең артыуын билдәләйҙәр. Закон ғәмәлгә ашырылған тәүге йылда —16,7 мең, 2008-ҙә — 23,5 мең, 2009 йылда 30,3 мең сертификат тапшырылған. 2011 йылдың 17 ноябренә ҡарата инде 21 меңдән ашыу сертификат бирелгән.

Сабыйҙарына өс йәш тулған Башҡортостан халҡы әсәлек капиталы средстволарынан әүҙем файҙалана. 16521 сертификат хужаһы әсәлек капиталын тулыһынса ҡулланған. 381 ғаилә капиталды балаларҙың уҡыуына тотонһа, 11 сертификат хужаһы уны хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшөнә күсергән.  

Пенсия фонды белгестәре билдәләүенсә, республика халҡы үҙенең сертификаттарын бик йыш торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн файҙалана. Был маҡсатҡа 10,6 млрд һумдан ашыу сумма, шул иҫәптән торлаҡ кредиттарын һәм займдарын ҡаплауға 7,9 млрд һум йүнәлтелгән.

Ауыл ерендә сертификаттар башлыса шәхси торлаҡ төҙөү өсөн файҙаланыла. Айырым райондарҙа һәр алтынсы сертификат хужаһы әсәлек капиталын ошо маҡсатҡа йүнәлткән. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, ҡануниәткә индерелгән үҙгәрештәр арҡаһында 2010 йылдың декабренән башлап төҙөлөш ойошмаһы-подрядсылар ярҙамынан тыш шәхси йорт төҙөүгә йәки реконструкциялауға, шулай уҡ төҙөлгән йортҡа сығымдарҙы компенсациялауға әсәлек капиталы средстволарын йүнәлтеү мөмкинлеге булдырылды.