10 декабрь, Шәмбе

18 ноябрь 2011 йыл, 14:39

Тәтешле районында Йәш һайлаусы көнө үтте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Тәтешле районында Йәш һайлаусы көнө үтте. Уның сиктәрендә һайланған тематика буйынса түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Тәтешле районының Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Рөстәм Мөфтәхов хәбәр итте.

— Беҙҙә 280 йәш һайлаусы тәүгә тауыш бирәсәк, — тип һөйләне ул. – Улар өсөн рәхмәт хаттары һәм махсус бүләктәр әҙерләнгән.

Районда рәсми рәүештә йәмғеһе 19,5 мең һайлаусы теркәлгән, 4 декабрҙә улар 50 участкала тауыш бирәсәк. Шулай уҡ районда инвалидтар менән айырыуса эш алып барыла.

Өс ауылда урынлашҡан өс участкала һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары урынлаштырылған, улар ярҙамында 500-ҙән ашыу кешенең тауыш биреүе буйынса мәғлүмәт эшкәртеләсәк.

Урындағы «Татышлинский вестник» гәзитендә даими рәүештә һайлау темаһына мәҡәләләр баҫылып тора.

Партияларҙың һайлау алды эшенә килгәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районда ул һүлпән алып барыла. Һайлаусылар менән осрашыуҙар һәм митингылар бында әле үткәрелмәгән. Үҙ һайлаусыларына белдереү ҡағыҙҙарын әлегә ике партия ғына ебәргән.

темалар: һайлауҙар