11 декабрь, Йәкшәмбе

18 ноябрь 2011 йыл, 14:05

Өфөлә йыл башынан алып 1700 эшһеҙ төрлө һөнәрҙәргә уҡытылған

автор: Галина Бахшиева

Быйыл Өфөлә ғинуарҙан октябргә тиклем 1700-ҙән ашыу эшһеҙ граждан профессиональ белем алған. Былтыр иһә ошо уҡ осорҙа 2800-ҙән ашыу кеше ошондай мөмкинлектән файҙаланған булған.

Бынан тыш, быйылғы йылдың тәүге 10 айында Өфөнөң мәшғүллек үҙәге ярҙамында 21 мең самаһы ҡала кешеһенә профориентацион хеҙмәт күрһәтелгән. Уҙған йылдың ошондай уҡ осоронда бындай хеҙмәт 23 меңгә яҡын кешегә күрһәтелгән, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенән.

Эш эҙләгәндәргә ярҙамға баш ҡалала бер нисә йыл рәттән вакансиялар йәрминкәһе үткәрелә. Йыл башынан алып Өфөлә ошондай 120-нән ашыу йәрминкә үткән.

темалар: хеҙмәт баҙары