Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

18 ноябрҙә Рәсәй Президентының мобиль ҡабул итеү бүлмәһе Башҡортостанда эшләйәсәк

Сәйәсәт

Рәсәй Президентының күсмә ҡабул итеү бүлмәһе 18 ноябрҙә Башҡортостан халҡын ҡабул итәсәк, тип хәбәр итә Кремль сайты. Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендәге эштәргә был көндө РФ Президенты Хакимиәтенең Дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар мәсьәләләре буйынса идаралығы начальнигы Сергей Дубик етәкселек итәсәк.

«Президенттың мобиль ҡабул итеү бүлмәһе эшмәкәрлеге буйынса йомғаҡлау ултырышы көндөң икенсе яртыһында Өфө, Цюрупа урамы, 100 адресы буйынса, Президенттың Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә үтәсәк», — тиелә сайтта.

Дмитрий Медведев инициативаһы менән ойошторолған мобиль ҡабул итеү бүлмәһе — граждандарҙың дәүләт органдарына һәм урындағы үҙидара органдарына мөрәжәғәт итеүгә хоҡуҡтарын тәьмин итеү буйынса Президент вәкәләттәрен ғәмәлгә ашырыуҙың бер формаһы ул. Уның составына ил Президенты Хакимиәтенең, Генпрокуратура бүлексәләренең вазифалы кешеләре инә.

Күсмә ҡабул итеү бүлмәләре Рәсәй Президенты күрһәтмәһе буйынса 2011 йылдың 12 майынан алып эшләй. Бындай ҡабул итеүҙәр үткәреүгә ағымдағы йылда Президент исеменә граждандарҙан һәм ойошмаларҙан килгән мөрәжәғәттәр сәбәп булып тора.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть