4 декабрь, Йәкшәмбе

18 ноябрь 2011 йыл, 12:55

Йәш аграрийҙарға дәүләт ярҙамы саралары дауам ителәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Агросәнәғәт комплексы йәш белгестәренә дәүләт ярҙамы саралары 2014 йыл аҙағына тиклем оҙайтылды. Башҡортостан Хөкүмәтенең тейешле ҡарарына ошо арала ҡул ҡуйылған. Документҡа ярашлы, ауыл ерендә агросәнәғәт комплексы предприятиеларына эшкә урынлашҡан йәш белгестәргә бер тапҡыр бирелеүсе һәм айлыҡ пособиелар түләнә. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенә ярашлы, юғары белемлеләргә бер тапҡыр түләнеүсе пособие күләме – 100 мең һум, урта һөнәри белемле белгестәргә 60 мең һум тәшкил итә. Айлыҡ түләүҙәр: юғары белемлеләргә — 7 мең, урта һөнәри белемлеләргә — 4 мең һум.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, тәүҙә дәүләт ярҙамы 3 йылға иҫәпләнгәйне. Проект тормошҡа ашырылған арала йәш кадрҙарҙы ауылға йәлеп итеүгә өлгәшелде, 400-ҙән ашыу кеше аяҡҡа баҫырлыҡ ярҙам алды. Йәш белгестәр менән эш алып барылған райондарға төрлө йүнәлештә эшләгән 10-дан 20-гә тиклем йәш белгес ҡайтты.