10 декабрь, Шәмбе

18 ноябрь 2011 йыл, 12:44

Өфө медиктары Ҡазанда Бөтә Рәсәй цитологтар съезында ҡатнашасаҡ

автор: Әлим Фәйезов

19 — 21 ноябрҙә Ҡазанда IX Бөтә Рәсәй клиник цитологтар съезы үтәсәк, тип хәбәр итә «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығы.

Съезд эшендә 120-150 кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Медиктар клиник цитологияла традицион һәм заманса тикшереү алымдарын ҡулланыу буйынса фекер алышасаҡ.

19 ноябрҙә съезда ҡатнашыусылар Цитологтар ассоциацияһының Үҙәк башҡарма советы президенты һәм ағзаларының отчеттарын, «Новости клинической цитологии России» журналы редколлегияһының отчетын тыңлаясаҡ. Шулай уҡ был көндө ассоциация президенты һәм етәкселек органдары һайланасаҡ.

Съездың киләһе ике көнө, 20 һәм 21 ноябрь, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Ҡазандан, Өфө, Һамар, Һарытауҙан, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан килгән билдәле морфологтарҙың докладтарына һәм лекцияларына арналасаҡ. Йәнә медицина ҡорамалдары күргәҙмәһе лә планлаштырыла.

Белешмә өсөн. Цитология – күҙәнәктәр төҙөлөшөн, уларҙың химик составын, үҫешен һәм функцияларын өйрәнеүсе фән. Цитологик тикшеренеүҙәр айырым күҙәнәктәрҙе баһалау ярҙамында ауырыуҙарҙы диагностикалау мөмкинлеге бирә. Бындай тикшеренеүҙәр профилактик диспансеризациялау ваҡытында башланғыс стадиялағы рак үҙгәрештәрен асыҡларға һәм ошоноң арҡаһында был ауыр сиргә ҡаршы көрәш мәсьәләһен ҡәтғи хәл итергә мөмкинлек бирә.  

темалар: һаулыҡ һаҡлау