4 декабрь, Йәкшәмбе

18 ноябрь 2011 йыл, 12:28

Федераль һәм республика киң мәғлүмәт саралары журналистары өсөн Башҡортостан буйынса матбуғат туры ойоштороласаҡ

автор: Любовь Колоколова

Өфөлә 15-16 декабрҙә тәүгә үтәсәк Бөтә Рәсәй социаль туризм мәсьәләләре буйынса фестивале сиктәрендә республика һәм федераль киң мәғлүмәт саралары журналистары өсөн Башҡортостан буйынса матбуғат туры ойоштороласаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты хәбәр итте.

Журналистар Башҡортостандағы мәҙәниәт һәм йолалар менән таныша аласаҡ, республиканың гүзәл тәбиғәтен, уникаль тәбиғәт һәм архитектура ҡомартҡыларын күрәсәк. Ҡунаҡтар башҡорт ауылына барасаҡ, милли ризыҡтарҙан ауыҙ итәсәк, ҡурай тауышын ишетәсәк. Бынан тыш, уларҙы башҡорт һылыуҙары башҡарыуындағы йырҙар һәм бейеүҙәр көтә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2 ноябрҙә Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй социаль туризм мәсьәләләре буйынса форумын әҙерләү һәм үткәреү буйынса эш кәңәшмәһендә был форумды йыл һайын Өфөлә үткәрергә ҡарар ителде.

Социаль туризм мәсьәләләре буйынса форумды Өфөлә үткәреү тәҡдиме Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов исеменә 2011 йылда «Рәсәй Федерацияһында эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтереү (2011-2018 йылдар)» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Туризм буйынса федераль агентлыҡтан ҡабул ителде.

Социаль туризмды үҫтереү һәм Рәсәй граждандарының туризм өлкәһендәге мәнфәғәттәрен ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу механизмдарын камиллаштырыу Бөтә Рәсәй форумының төп маҡсаты булып тора.

Сара сиктәрендә шулай уҡ «Рәсәй Федерацияһында эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтереү (2011-2018 йылдар)» федераль маҡсатлы программаһының бер өлөшө булараҡ төбәк маҡсатлы программалары» бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үтәсәк.