Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Эстония башҡорттары «Вентспилс гөлләмәһе» халыҡ-ара фестивалендә билдәләнде

Йәмғиәт

Эстония башҡорттарының «Ағиҙел» мәҙәниәт йәмғиәте VI «Вентспилс гөлләмәһе-2011» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивалендә дипломант булды. Сара Латвияның Вентспилс ҡалаһында «Юрас варты» театр йортонда үтте, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына йәмәғәт рәйесе Флүзә Хәйруллина. Фестивалде Вентспилс ҡала думаһы һәм Йәмәғәт интеграцияһы эштәре буйынса министрлыҡ секретариаты ярҙамында Латвияның Милли-мәҙәни йәмғиәттәр ассоциацияһы ойошторҙо.

Ике йылға бер тапҡыр Вентспилста халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале үткәрелә. Быйыл Латвия, Эстония һәм Белоруссиянан 29 коллектив 15 милләтең мәҙәни байлыҡтарын тәҡдим итте.

Римма һәм Рита Баһаутдиновалар, Илнур Хәйруллин, Рәсүл Ҡадыров, Рената Шестакова, Әлмира Конго составындағы «Ағиҙел» йәштәр төркөмө башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарҙы, Илнур Хәйруллин ҡурайҙа уйнаны.

Эстонияла йәшәүсе башҡорт егет һәм ҡыҙҙары сарала әүҙем ҡатнашҡаны өсөн «Латвияла милли мәҙәниәттәрҙе үҫтереү өсөн» номинацияһында диплом менән билдәләнде. Аҙ һанлы милләттәр эштәре буйынса департамент етәкселеге башҡорттарҙың «Ағиҙел» мәҙәниәт йәмғиәтенең Эстонияла башҡорт халҡының үҙенсәлекле мәҙәниәтен үҫтереү буйынса эшмәкәрлеген юғары баһаланы.

Вентспилстағы башҡорттар диаспораһы вәкилдәре «Ағиҙел» коллективына уңыштары өсөн үҙ рәхмәттәрен белдерҙе, тип хәбәр итте Флүзә Хәйруллина.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть