9 декабрь, Йома

18 ноябрь 2011 йыл, 11:25

22 ноябрҙә Өфөлә «Һайлауҙар тарихы – ил тарихы» күргәҙмәһе асыла

автор: Мәүлиҙә Яҡупова

22 ноябрҙә Өфөлә, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауға әҙерлек сиктәрендә «Һайлауҙар тарихы – ил тарихы» күргәҙмәһе асыласаҡ. Уның ойоштороусыһы булып БР Үҙәк һайлау комиссияһы сығыш яһаған. Экспозицияны әҙерләүҙә Ә.Вәлиди исемендәге Милли китапхана, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Архив эштәре буйынса идаралыҡ, БР Дәүләт китап палатаһы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы, «Лигас» күргәҙмә комплексы әүҙем ҡатнашҡан.

Күргәҙмәлә Дәүләт Думаһының ойошторолоуына бәйле һирәк осраусы текстар, манифестар, закондар, боронғо китаптар, Өфө губернияһы комиссияһының Дәүләт Думаһына һайлауҙар тураһындағы эштәр буйынса ултырыштарының материалдары, төрлө йылдарҙағы һайлау алды листовкалары күрһәтелгән. Уникаль экспозиция һайлаусыларҙың киң аудиторияһы – ветерандарҙан алып студенттар, мәктәп уҡыусыларына тиклем ҡыҙыҡлы буласаҡ.

«Һайлауҙар тарихы – ил тарихы» күргәҙмәһе 22 ноябрҙән 12 декабргә тиклем эшләйәсәк.

темалар: һайлау