11 декабрь, Йәкшәмбе

18 ноябрь 2011 йыл, 11:07

Өфөләге эшһеҙҙәрҙең күбеһе техник белемгә эйә

автор: Галина Бахшиева

Йыл башынан алып Өфөлә рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙҙәр һаны яҡынса 2500 кешегә кәмегән. Ғинуарҙа ҡалала 11 меңдән ашыу эшһеҙ иҫәпләнгән, шуларҙың яртыһы – ҡатын-ҡыҙҙар.

Әлеге ваҡытта эш биреүселәр менән тәҡдим ителгән 11700 вакансия булғанда Өфөнөң халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә 8700-ҙән ашыу кеше иҫәптә тора.

Өфө хакмиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Дилмөхәмәтов һүҙҙәренсә, эшһеҙҙәр һаны менән буш эш урындары иҫәбен сағыштырғанда күҙәтелгән дисбаланс башлыса тәҡдим ителгән вакансияларҙың ҙур өлөшөнөң эшсе профессиялар булыуы менән аңлатыла. Баш ҡалалағы эшһеҙҙәрҙең күбеһе техник белемле һәм төрлө эштә йөрөгән эшсе булырға ризалашып, үҙенең «профессиональ абруйын» төшөрөргә теләмәй.

Бынан тыш, булған вакансияларҙың 75 проценты самаһы 15 меңдән юғары булмаған хеҙмәт хаҡын күҙ уңында тота.

Эшһеҙ тип танылғандарҙан тыш, мәшғүллеккә булышлыҡ итеү органдары менән эш алып барылған тағы бер граждандар категорияһы — эш эҙләүсе сифатында иҫәпкә ҡуйылғандар ҙа бар. Йыл башында Өфөлә эш эҙләп мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән 30 меңгә яҡын граждан иҫәпләнгән. Әлеге мәлдә шуларҙан 22500 кеше, йәғни дөйөм эш эҙләүселәр иҫәбенең 75 проценты эшкә урынлаштырылған.  

темалар: хеҙмәт баҙары