7 декабрь, Шаршамбы

18 ноябрь 2011 йыл, 10:44

Рөстәм Хәмитов «Система» акционерҙар финанс корпорацияһының предприятие етәкселәре менән осрашты

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Система» акционерҙар финанс корпорацияһы составына ингән республиканың яғыулыҡ-энергетика комплексының предприятие етәкселәре менән осрашты. Кәңәшмәлә «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең топ-менеджерҙары һәм компанияның структур бүлексәләре директорҙары ҡатнашты.

Осрашыуҙа 2011 йылда нефть сығарыу һәм эшкәртеү, нефть продукттарын һатыу буйынса күрһәткестәр хаҡында әйтелде, предприятиеларҙы үҫтереү буйынса пландар тикшерелде.

— Яғыулыҡ-энергетика комплексының Башҡортостан өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә булыуын әйтеп тораһы ла түгел, — тине Рөстәм Хәмитов, осрашыуҙа ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп. – Бер нисә һан килтерәм. Республика тупланма бюджетының дөйөм килем күләменең 24 проценты һеҙ етәкселек иткән предприятиеларға тура кула. Был 30 миллиард һумдан ашыу аҡса. Тейәп оҙатылған продукция дөйөм республикалағы күләмдең 50 процентын тәшкил итә. Килем республиканың барлыҡ предприятиелары буйынса – 60%, экспорт күләмдәре – 85%. Шуға күрә яғыулыҡ-энергетика комплексы Башҡортостан Республикаһы иҡтисадының төп өлөшө булып тора, тип әйтергә була. Һеҙҙең пландарығыҙ ҙа, артабан нисек эшләйәсәгебеҙ ҙә беҙҙе ҡыҙыҡһындыра.

Рөстәм Хәмитов бөгөн нефть сығарыуҙың 1970-80-се йылдарҙағы күрһәткестәргә ҡарағанда күпкә түбәнерәк булыуын билдәләне. Ул ваҡытта йылына – 40 миллион тоннаға тиклем нефть сығарылған, ә хәҙер – 12-13 миллионн. Әммә быға ҡарамаҫтан, Рөстәм Хәмитов фекеренсә, республиканың был өлкәлә перспективалары бар.

— Яңы ятҡылыҡтар эҙләүҙе дауам итергә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. – Нефть ташыу һәм эшкәртеү өлкәһендә артабан нисек эшләйәсәгебеҙҙе аныҡ аңларға тейешбеҙ. Әммә беҙ химия производствоһы, бәләкәй һәм урта предприятиеларҙа етештереү күләмдәрен арттырыу менән шөғөлләнергә тейешбеҙ.

«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте идаралығы рәйесе Александр Корсик Рөстәм Хәмитовҡа «Башнефть» компанияһының һуңғы ваҡыттағы төп ҡаҙаныштары хаҡында һөйләне.

— Дөйөм алғанда 15 миллион тонна кимәленә яҡынлашабыҙ, уларҙың 500 мең тоннанан әҙерәге – Ханты-Манси автономиялы округында, ҡалғаны Башҡортостанда сығарыла, — тине ул. – Шуға күрә был өлкәлә алға китеш буласаҡ.