5 декабрь, Дүшәмбе

17 ноябрь 2011 йыл, 17:22

Өфөлә эш хаҡы буйынса бурыс 94 млн һум самаһы тәшкил итә

автор: Галина Бахшиева

Бөгөнгө көндә Өфөлә 29 ойошманың хеҙмәт хаҡы буйынса 93,7 млн һум самаһы бурысы бар. 11 ноябргә ҡарата 3800 самаһы кеше ваҡытында эш хаҡы алмаған.  

— Башҡарылған эштәр һөҙөмтәһендә октябрь өсөн ике миллион һум суммаһындағы бурыс ҡапланған. Эш шунда, был ойошмаларҙың күпселегендә эшмәкәрлек алып барылмай, йәки предприятиела банкротлыҡ процедураһы башланған. Бынан тыш, арбитраж идарасылар бер үк ваҡытта бер нисә ойошманың банкротлыҡ процедураларында ҡатнаша йәки республиканан ситтә йәшәй ала. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн прокуратура менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ, — тип хәбәр итте Өфө хакимиәтендә үткән мабуғат конференцияһында вице-мэр Рәмил Дилмөхәмәтов.