Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

РФ Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында үҙеңде һайлаусылар исемлегенән табырға була

Йәмғиәт

РФ Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында эшләй башлаған «Үҙеңдең һайлау участкаһын тап» сервисы Рәсәй граждандарына үҙҙәрен һайлаусылар исемлегенән эҙләп табыу ғына түгел, әгәр кеше был исемлектән үҙенең исемен тапмаһа, унда төҙәтмәләр индереү мөмкинселеген дә бирә, тип хәбәр итә РИА Новости.

РФ Үҙәк һайлау комиссияһы сайтындағы сервис «Үҙеңдең һайлау участкаһын тап» һәм «Үҙеңде һайлаусылар исемлегенән тап» исемле ике өлөштән тора. Һайлау участкаһы тураһында мәғлүмәт алыр өсөн сервиста тейешле графаларҙы тултырыу талап ителә. Бынан һуң һорау Үҙәк һайлау комиссияһы сайтына бәйле булмаған, айырым эшләгән сервисҡа ебәреләсәк. Бер аҙ ваҡыт үткәндән һуң һайлаусы мәғлүмәт аласаҡ. Һайлаусыларҙың барлыҡ исемлектәренә 3 декабрҙә урындағы ваҡыт менән 18 сәғәттә ҡул ҡуйыласаҡ. Шулай итеп, ошо көнгә тиклем исемлеккә индерелмәгән кешеләр уға төҙәтмәләр индерә ала.

Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында шулай уҡ «Үҙ участкаңды тап» бүлеге эшләй.

Теги: һайлауҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть