9 декабрь, Йома

17 ноябрь 2011 йыл, 16:29

Башҡортостанда халыҡтың коммуналь хеҙмәттәр өсөн туранан-тура иҫәпләшеүе варианты ҡарала

автор: Ғәлиә Нәбиева

Кисә Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар менән туранан-тура иҫәпләшеүгә күсеү мөмкинлеге тикшерелде. Рәсәй Торлаҡ кодексы идарасы компаниялар эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн ошо механизмды күҙ уңында тота.  

— Идарасы компанияларҙа коммуналь түләүҙәрҙе тотҡарлап, икенсе тәғәйенләнештә файҙаланыу теләге тыумаһын өсөн, ҡулланған ресурстар өсөн йорттарҙа йәшәүселәр яғынан тәьмин итеүсе компанияларҙы финанслауҙың тура каналы булырға тейеш, — тип иҫәпләй Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Ялалов.

Әле Рәсәйҙең Төбәктәр үҫеше министрлығы кимәлендә ошондай система өҫтөндә эшләйҙәр. Шулай итеп, идарасы компаниялар торлаҡ фондынан файҙаланыуҙы контролдә тотоу өсөн ҡаралған аҡсаны ғына ала аласаҡ.

— Идарасы компанияларға хеҙмәте өсөн беҙ коммуналь түләүҙә ҡаралғандың 20-26 процентын ғына түләйбеҙ, — тине Ирек Ялалов. – Ҡалғанын, ә был квитанциялағы сумманың 70 проценттан ашыуы, беҙ ресурстар — һыу, йылы, һыу бүлеү, газ өсөн түләйбеҙ. Шуға күрә был түләүҙәрҙе идарасы компания йөҙөндәге аралашсыһыҙ башҡарырға кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, октябрҙә Дәүләт Советы Президиумы ултырышы йомғаҡтары буйынса Дмитрий Медведев граждандарҙың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрен бүлеү механизмын ҡулланыуға йүнәлтелгән норматив хоҡуҡи акттарҙы ҡабул итеүҙе тиҙләтергә ҡушты.

«Түләүҙәрҙе бүлеү» механизмы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн айырым компанияларға түләүҙе күҙ уңында тота. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләгән документта хеҙмәт күрһәткән бөтә ойошмалар ҙа күрһәтеләсәк.  

Шулай итеп, граждан аҡсаны әлеге кеүек идарасы компанияға түгел, ә аныҡ ойошмаларға түләйәсәк, идарасы компаниялар иһә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн үҙҙәренә тейешле аҡсаны ғына аласаҡ. Ә түләү ҡағыҙы бер нисәүгә бүленмәй, әүәлгесә берҙәм булып ҡаласаҡ.