9 декабрь, Йома

17 ноябрь 2011 йыл, 15:57

Мәләүез районында йәш һайлаусыларҙың хоҡуҡи белемен арттыралар

автор: Людмила Терновая

Мәләүез районында алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлауҙарға әүҙем әҙерлек бара. Мәләүез ҡалаһы һәм районынан һайлаусылар исемлегенә 65 меңдән ашыу кеше инде, тип хәбәр итә район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Район гәзите биттәрендә һайлау алды кампанияһына бәйле материалдар сығып тора.

Районда 63 участка һайлау комиссияһы эшләй. Бөгөнгө көнгә яҡынса 150 теркәүҙән төшөү таныҡлығы бирелгән. Алдан фаразланыуынса, бындай таныҡлыҡтар алыр өсөн йәнә 3 меңгә яҡын кешенең мөрәжәғәт итеүе ихтимал.

Мәләүез районының 500-гә яҡын кешеһе быйыл һайлауҙарҙа тәүгә ҡатнашасаҡ. Улар өсөн райондың участка комиссиялары иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар әҙерләгән. Йәш һайлаусыларҙың хоҡуҡи белемен арттырыу маҡсатында районда Йәш һайлаусы көнө үткәрелгән. Хәҙер райондың дөйөм белем биреү учреждениеларында «Йәш һайлаусы аҙналығы» үтә, уҡыу йорттарында һайлауға бағышланған түңәрәк өҫтәлдәр, викториналар ойошторола.

темалар: һайлауҙар