7 декабрь, Шаршамбы

17 ноябрь 2011 йыл, 15:47

Йәш ауыл табиптары торлаҡ һатып алыуға 1,1 млн һум аҡса аласаҡ

автор: Галина Бахшиева

Ауылда эшләргә ҡарар иткән медицина вуздарын тамамлаусылар 2012 йылдан башлап «аяҡҡа баҫыу өсөн» республика бюджетынан 100-әр мең һум аҡса аласаҡ. Был «Земство табибы» проекты сиктәрендә торлаҡ һатып алыуға бирелергә тейешле 1 млн һумдан тыш күрһәтеләсәк ярҙам. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, «Земство табибы» проекты был проектта өҫтәп финанслау шарттарында ҡатнашырға әҙер төбәктәргә генә федераль средстволар бүлеүҙе күҙ уңында тота.

— Уҡыуҙы тамамлағандан һуң биш йыл ауыл ерендә эшләргә теләк белдергән һәр йәш табипҡа 100 мең һум бүлеү тураһындағы указға ҡул ҡуйылды, — тип хәбәр итте «Интерфакс»та үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов.

Вице-премьер әйтеүенсә, нормативтар буйынса ауылда төрлө белгеслектәге 3600 табип эшләргә тейеш. Бөгөнгө көндә төпкөл ауылдарҙа 1280 кеше етмәй. Йыл һайын ауылға 300 самаһы йәш табип ебәреү планлаштырыла.

— Ябай арифметика алымы менән иҫәпләп ҡарағанда, ике-өс йылдан һуң ауыл ерендә табиптар етешмәү проблемаһын хәл итергә мөмкин. «Земство табибы» федераль программаһы эшләй башлаһа инде, әлбиттә, — тип өҫтәне Фидус Ямалетдинов.

«Земство табибы» проекты ағымдағы йылда берҙәм рәсәйлеләрҙең лидеры, Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин менән тәҡдим ителде. Программаның асылы түбәндәгенән ғибәрәт: ауыл ерендә кәм тигәндә биш йыл эшләргә теләк белдергән һәр йәш табип үҙенең социаль-көнкүреш проблемаларын хәл итеү өсөн дәүләттән бер миллион һум аҡса ала ала.

«Земство табибы» программаһын тормошҡа ашырыу 2012 йылдың ғинуарынан башланырға тейеш. Федераль бюджеттан был проектҡа 11 миллиард һум бүлеү ҡаралған. Республикала ауылға ҡайтырға теләгән ҙур курстарҙа уҡыусы студенттар һәм интерндарҙың исемлеге төҙөлә башлаған да инде.