3 декабрь, Шәмбе

17 ноябрь 2011 йыл, 15:34

Башҡортостанда Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнө билдәләнәсәк

автор: Дмитрий Слезин

Күпселек илдәрҙә, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә, бөгөн, 17 ноябрҙә, Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнө билдәләнәсәк.

Был кәнгә ҡарата саралар Башҡортостанда ла үтәсәк. Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» менән берлектә Өфөлә (республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы бинаһы алдындағы майҙан, Телеүҙәк, «Каруанһарай» сауҙа-эш комплексы) волонтерҙар эшен ойошторасаҡ, улар халыҡҡа тәмәкенең зарары тураһында һөйләйәсәк, был темаға листовкалар таратасаҡ.

Шәмбе, 19 ноябрҙә, Башҡорт дәүләт медицина университетының Волонтерҙар үҙәге ҡаланың сәләмәтлек үҙәктәре менән берлектә был көнгә арналған «Медицина диагностикаһы» акцияһын үткәрәсәк.

Был көндө теләгән һәр кем сәләмәтлек үҙәктәре нигеҙендә киләһе адрестар буйынса алдан теркәлмәйенсә бушлай медицина тикшеренеүен үтә ала:

— 38-се поликлиника, Рәсәй урамы, 94 («Ҡала советы» туҡталышы);

— 2-се поликлиника, Рәсәй урамы, 68 («Ҡурсаҡ театры» туҡталышы);

—46-сы поликлиника, С. Перовская урамы, 38 («Софья Перовская урамы» туҡталышы);

— Республика һаулыҡ үҙәге, Блюхер урамы, 1 («Ҡала советы» туҡталышы);

— БДМУ-ның клиник стоматология поликлиникаһы, Чернышевский урамы, 104 («Башҡортостан» ҡунаҡханаһы» туҡталышы).

Акцияла ҡатнашыусыларҙы Башҡорт дәүләт медицина университеты кафедраһы белгестәре – невролог, маммолог, уролог һәм терапевтар ҡабул итәсәк. Шулай уҡ теләгән һәр кем бушлай анализдар тапшыра аласаҡ, ЭКГ, ЭЭГ яһай аласаҡ.

Акция 9 сәғәттән 15-кә тиклем дауам итәсәк. Үҙең менән паспорт, медицина таныҡлығы булыу талап ителә. Киләсәктә халыҡ өсөн бындай медицина тикшеренеүҙәрен кварталға бер тапҡыр үткәреү планлаштырыла.