5 декабрь, Дүшәмбе

17 ноябрь 2011 йыл, 15:07

Башҡортостан шәкәре экспортҡа оҙатыла

автор: Ғәлиә Нәбиева

Шишмә шәкәр заводы үҙенең продукцияһын Ҡаҙағстанға һәм Ҡырғыҙстанға оҙата башланы, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығында. Бөтә Рәсәйҙән һәм ҡайһы бер яҡын сит илдәрҙән Башҡортостан шәкәренә заявкалар килә. Республика аграрийҙары менән быйыл йыйып алынған «татлы» тамыр уңышы республика ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндереүҙән тыш, продукцияның артып ҡалған өлөшөн экспортҡа сығарырға ла мөмкинлек бирә.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, сөгөлдөрсөләр 1,4 млн тонна татлы тамыраҙыҡ ҡаҙып алды. Уның уңышы гектарынан уртаса алғанда 255 центнерҙы тәшкил итте. Миллион тонна сөгөлдөр эшкәртеүгә оҙатылды. Шәкәр заводтары әле һаман сөгөлдөр уңышын ҡабул итә, уны эшкәртеп, әҙер продукция итеп тейәп оҙата.

Республикалағы шәкәр заводтары урындағы сеймал менән Яңы йылға тиклем тулыһынса тәьмин ителгән, тип ышандырҙылар Ауыл хужалығы министрлығында. Йыйып алынған уңыштан Башҡортостан 150-160 мең тонна шәкәр ҡомо аласаҡ. Эшкәртелмәгән шәкәрҙән йәйгеһен тағы ла 80 мең тонна шәкәр етештерелгән булған. Был халыҡтың, йәмәғәт туҡланыу ойошмаларының, мәктәптәр, дауаханаларҙың, социаль өлкәгә ҡараған башҡа төрлө учреждениеларҙың, аҙыҡ-түлек һәм кондитер сәнәғәте предприятиеларының ихтыяжын тәьмин итеүҙән тыш, артып ҡалғанды төбәктән ситкә һатыуға ла етә.

Продукцияны тимер юл ярҙамында ташыуҙы ойоштороу өсөн республиканың аграр ведомствоһы махсус эш төркөмө төҙөнө. Күсмә состав менән поставкалауға бирелгән заявкаларға һәм агросәнәғәт комплексы предприятиелары буйынса уларҙың нисек үтәлеүенә ҡәтғи мониторинг алып барыласаҡ. Шәкәр ҡомон тейәүгә вагондар һәм патока ташыу өсөн цистерналарҙы «Беренсе йөк компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «ЛП-транс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Русагротранс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бирә. Күсмә составтар менән поставкалау мәсьәләһе туранан-тура идара итеү режимында хәл ителә. Был алым етештерелгән продукцияны тейәгән арала эшкәртеү производстволарының эшен туҡтатмаҫҡа ярҙам итә.