Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 70 йыллығына арналған фәнни-ғәмәли конференция үтә

Сәйәсәт

Өфөлә «112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы. Ҡаһарманлыҡ һәм данға 70 йыл» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы асылды. Сарала ғалимдар, музей хеҙмәткәрҙәре, юғары уҡыу йорто һәм мәктәп уҡытыусылары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Рәсәйҙең дәүләт һәм йәмәғәт хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Өфөнөң Дим районы хакимиәте башлығы Зөфәр Хәкимов һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнаша.

«Башинформ» агентлығына 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы мөдире Илүзә Ғәйнуллина хәбәр итеүенсә, конференцияла ҡатнашыусыларға күп кенә БДБ илдәренән сәләмләү хаттары ебәрелгән.

Делегаттар легендар дивизияның яу юлы, уның тураһындағы документаль сығанаҡтар хаҡында фекер алыша, йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү мәсьәләләрен тикшерә, айырым яугирҙарҙың биографияһын ҡарай.

Форум һөҙөмтәләре буйынса резолюция ҡабул ителәсәк.

Конференция сиктәрендә дивизияның «Кыҙыл Атлылар» гәзитенә арналған «Ҡаһарманлыҡҡа илһамландырыусы» күргәҙмәһе үтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть