Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Ҡыҙыл таң» гәзите журналисы – иң яҡшы йәш драматург

Йәмғиәт

12 — 15 ноябрҙә Ҡазанда «Иҙелем аҡсарлағы» Бөтә Рәсәй йәш яҙыусылар конкурсының йомғаҡлау өлөшө үткән. Күренекле әҙиптәр Ғәзинур Морат, Ләбиб Лерон, Өлфәт Зәкирйәнов, Марат Закир, Илһөйәр Ихсанованан торған жюри илдең төрлө төбәктәренән ебәрелгән йөҙҙән артыҡ эште баһалаған.

30 йәшкә тиклемге ижадсылар үҙ көсөн сәсмә әҫәр, шиғриәт, балалар әҙәбиәте һәм драматургия номинацияларында һынаған. «Ҡыҙыл таң» журналисы Айҙар Зәкиев беренсе урын алған.  

«Ҡыҙыл таң» гәзитенең бөгөнгө һанында әйтелеүенсә, йәш драматургтың әлегә бер әҫәре лә сәхнәләштерелмәгән, әммә уның ижады менән ҡыҙыҡһыныусы театрҙар бар. Редакция хеҙмәткәренә киләсәктә был маҡсатҡа ирешеп, ижад доньяһында яңы үрҙәр яулауын теләй. Коллегаларҙың теләктәренә «Башинформ» агентлығы ла ҡушыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть