Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Умартасылыҡ һәм ҡымыҙ эшләүҙе үҫтереүгә субсидиялар биреү тәртибе раҫланды

Иҡтисад

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 2013 йылға тиклем «Башҡортостан Республикаһында умартасылыҡты үҫтереү һәм бал етештереүҙе арттырыу» һәм «Башҡортостан Республикаһында ҡымыҙ йылҡысылығын үҫтереү һәм бейә һөтөн (ҡымыҙ) етештереүҙе арттырыу» программалары сиктәрендә республика бюджетынан субсидиялар биреү тәртибе раҫланды.

Программалар Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығында хуплау тапты һәм уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн өҫтәп финанслау шарттарында федераль средстволар бүленде.  

2011 йылда умартасылыҡҡа ярҙам бал ҡорттары күсен аҫрауға (умарталарҙы бал йыйыу урындарына ташыуға, материалдар, һауыттар, бал ҡыуғыс, балауыҙ, рамдар, шәкәр, ветеринар препараттар, махсус кейем һәм башҡаларға) киткән сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялау рәүешендә буласаҡ.

Ағымдағы йылда ҡымыҙ йылҡысылығына дәүләт ярҙамы һауын бейәләрен аҫрау, бейә һөтө етештереү (мал аҙығы, амортизация, электр энергияһына, ветеринар препараттарға, төп фондҡа, малдар өсөн һаҡлау сараларына киткән сығымдар) кеүек ике йүнәлеш буйынса сығымдар өлөшөн ҡаплау өсөн субсидиялар биреү рәүешендә тормошҡа ашырыла, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть