10 декабрь, Шәмбе

17 ноябрь 2011 йыл, 11:30

Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостан Президенты гранттарына дәғүә итеүгә конкурс үткәрә

автор: Ольга Мортазина

Республиканың Мәҙәниәт министрлығы менән мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ижади проекттарға ярҙам итеү өсөн Башҡортостан Президенты гранттарына дәғүә итеүгә конкурс иғлан ителде. Быйыл ул өсөнсө тапҡыр үткәрелә.

БР Президентының күрһәтелгән гранттарына дәғүә итеүгә заявка документацияһын тултырыу һәм биреү тәртибе әүәлгесә ҡалған. Ул www.mknprb.ru рәсми сайтында баҫылған, тип хәбәр иттеләр ведомствола. Бөтә конкурс материалдарын «гранттар конкурсы» билдәһе менән 2012 йылдың 1 февраленә тиклем тапшырырға кәрәк.

Уҙған өс йылда мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге 100 мең күләмендәге БР Президенты гранттары менән 75 кеше бүләкләнгән, 15 ижади коллектив 300-өшәр мең һум алған.

Йыл һайын конкурсанттар һаны арта. 2010 йылда улар 95 булһа, былтыр 103-кә еткән. БР Президенты гранттары музыкаль, театраль, педагогик, хореографик һәм һынлы сәнғәт, архитектура һәм дизайн, кино, музей, китапхана һәм клуб эштәре өлкәһендәге ижади проекттарға ярҙам итеү маҡсатынан булдырылған.