3 декабрь, Шәмбе

17 ноябрь 2011 йыл, 11:05

Өфөлә яңы KULTURARB.RU сайтының презентацияһы үтте

автор: Ольга Мортазина | фото: Андрей Старостин

Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы офисында Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы проектының презентацияһы үтте. Был «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» kulturarb.ru интернет-порталы. Сарала ижади учреждениелар һәм ойошмалар етәкселәре һәм вәкилдәре ҡатнашты. Уларҙың күптәренең үҙ сайттары бар, әммә Башҡортостан мәҙәниәте тураһындағы тулы, берҙәм мәғлүмәт сығанағы әлегә тиклем булманы. Яңы ресурс ике ай элек асылды, әммә уның өҫтөндә эшләү әле туҡтатылмаған.

Сайт редакторҙары Альбина Йосопова һәм Кирилл Тимашев портал структураһы тураһында һөйләне, ул башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә эшләй. Сайттың әлеге версияһы аҙаҡҡыһы түгел, ул әле тулыландырыласаҡ.

Презентацияла ҡатнашыусыларҙы порталдың ун ике бүлеге һәм уларҙы тулыландырыу мөмкинлектәре менән таныштырҙылар. Проекттарҙың иң ҡыҙыҡлыларының береһе – виртуаль галереялар һәм музейҙар булдырыу. Нестеров исемендәге музей директоры урынбаҫары Светлана Игнатенко яңылыҡтар һәм идеялар хаҡында фекер алышыу мөмкинселеге булһын өсөн интерактив булдырырға тәҡдим итте һәм сайтҡа инеүселәр тейешле мәҙәни кимәлдә фекер алышыр, тигән ышанысын белдерҙе. Светлана Владиславовна мәҙәниәтте сағылдырыуҙа иң әүҙем киң мәғлүмәт сараларын сайт эшенә йәлеп итергә тәҡдим итте. Республика телевидениеһы фондынан да тапшырыуҙарҙы портал контентына индерергә тәҡдим ителде, әммә быны тормошҡа ашырыу сервер ҡеүәтенән торасаҡ.

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» проектын республика Президенты ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы, проект уның ҡушыуы буйынса әҙерләнгән. Рөстәм Хәмитов ҡулланыусыларҙы яңы мәҙәни сайт менән ҡотланы һәм бөгөнгө көндә интернеттың ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.