4 декабрь, Йәкшәмбе

17 ноябрь 2011 йыл, 9:09

2012 йылда Өфөлә алты ер аҫты үткәүеле төҙөләсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә ер аҫты үткәүелдәре төҙөү, әйткәндәй, уларҙың бер өлөшө быйыл уҡ төҙөлөргә тейеш ине, киләһе йылға күсерелгән. Был мәсьәлә «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында тикшерелде.

Бында, тәү сиратта, «Үҫмерҙәр китапханаһы» туҡталышы районындағы Октябрь проспекты аша ер аҫты юлын төҙөү тураһында һүҙ бара. Өфө хакимиәтенең ҡала йәшәйешен тәьмин итеү идаралығы начальнигы Андрей Федосовтың аңлатыуынса, был үткәүел төҙөлөшөнә аукцион үткәреү барышында уны төҙөргә теләгән ойошмалар табылмаған. Был төҙөлөш барышында талап ителәсәк ер аҫтындағы коммуникацияларҙы күсереп һалыу эштәренең ҡыйбатҡа төшөүенә бәйле.

Һөҙөмтәлә проект 2012 йылға ҡалдырылған. Киләһе йылда Өфөлә йәмғеһе алты ер аҫты үткәүеле төҙөлөргә тейеш. Ә алыҫ киләсәктә уларҙың иҫәбе ҡалала 30-ға етәсәк.

— Ер аҫты юлдарының проекттары әҙер, әле улар экспертиза үтә, — тип аңлатма бирҙе Андрей Федосов. — «Үҫмерҙәр китапханаһы»ндағы үткәүелгә килгәндә иһә, әле аукцион әҙерләнә, уның буйынса айырым мәғлүмәт буласаҡ, һәм юл үткәргесен киләһе йылда төҙөү планлаштырыла.