11 декабрь, Йәкшәмбе

17 ноябрь 2011 йыл, 9:44

Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов Кушнаренко районы халҡы менән осрашты

автор: Евгений Рәхимҡолов

Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов урындағы китапханала Кушнаренко районы халҡы менән осрашты. Алда үтәсәк Дәүләт Думаһына һайлауҙар әңгәмәнең төп темаһы булып торҙо.

Иршат Фәхретдинов республикала «Берҙәм Рәсәй» партияһынан тәҡдим ителгән кандидаттар һәм илдә халыҡты социаль яҡлау буйынса күрелгән саралар тураһында һөйләне.

— Кеше – дәүләттең төп байлығы, — тине ул. – Шуға күрә ил һәм республика сәйәсәте халыҡҡа йүнәлтелгән – Башҡортостан бюджетының 70 проценты социаль өлкәгә йүнәлтелә.

Иршат Фәхретдинов 2012 йыл хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм хәрби хәрәкәт ветерандары өсөн ыңғай үҙгәрештәр алып килергә тейеш – хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы – ике-өс тапҡырға, пенсияһы бер ярым тапҡырға артасаҡ.

Осрашыу барышында Иршат Фәхретдинов Дәүләт Думаһының Ветерандар эштәре буйынса комитетынан Кушнаренко районының ветеран-афғансыларына миҙалдар һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ә райондың ветерандар хәрәкәте йәмәғәт ойошмаһына һәләк булған Ватанды һаҡлаусыларҙың ғаиләләре өсөн иҫтәлекле билдәләр бирҙе.