
Өфөлә авария комиссарҙары бушлай эшләйәсәк
Юл-транспорт һәләкәтенә осранығыҙмы? Хәлгә аныҡлыҡ индерергә һәм дөрөҫ йүнәлеш бирергә һеҙгә авария комиссары ярҙам итәсәк. Өфөлөләргә уның хеҙмәттәре менән бушлай ҡулланыу мөмкинлеге бирелә. «Авария комиссары ярҙамы — бушлай» акцияһы башланыуы хаҡында «Башинформ» агентлығына Рәсәй автомобиль хужалары федерацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенән хәбәр иттеләр.
Акция 2011 йылдың 31 декабренә тиклем дауам итәсәк. Авария комиссарын тәүлек әйләнәһенә 8 (347) 298-58-48 һәм 298-46-66 телефондары буйынса саҡыртырға була.







