6 декабрь, Шишәмбе

16 ноябрь 2011 йыл, 16:48

Ҡырмыҫҡалы районында 112-се Башкавдивизияның юбилейы айҡанлы тантаналар башланды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 70 йыллығы уңайынан урындағы хакимиәт менән ойошторолған тантаналар башланды. Байрам сараларында район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Республика Хәрби Дан музейы, 112-се Башкавдивизия музейы хеҙмәткәрҙәре, Рәсәй һәм Ҡаҙағстан журналистары ҡатнаша.

«Башинформ» агентлығына район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Зөлфиә Әхмәрованың хәбәр итеүенсә, дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ерендә, Шаймурат ауылында, тантанала ҡатнашыусылар герой һынына сәскәләр һалған. Әле митинг бара, унда ветерандар – дивизия яугирҙары, шулай уҡ герой-кавалеристарҙың балалары сығыш яһай. Артабан ҡунаҡтар Миңлеғәле Шайморатовтың музейына юлланасаҡ.

Тантаналар Ҡырмыҫҡалы районының ижади коллективтары менән әҙерләнгән тематик концерт менән тамамланырға тейеш.