11 декабрь, Йәкшәмбе

16 ноябрь 2011 йыл, 16:46

Башҡортостанда «Йәштәр проекты-2011» бизнес-конкурсы старт алды

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы «Йәштәр проекты–2011» республика йәштәр бизнес-проекттары һәм бизнес-идеялары конкурсы хаҡында иғлан итә.

Һәләтле йәш эшҡыуарҙарҙы асыҡлау һәм уларға финанс ярҙам күрһәтеү, йәштәр араһында эшҡыуарҙар башланғысын тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу, республикала яңы бәләкәй предприятиелар асыу процесын әүҙемләштереү һәм ғәмәлдәгеләрен үҫтереү сараның төп маҡсаттары булып тора.

Конкурста 30 йәшкә тиклемге шәхси эшҡыуарҙар, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары, шулай уҡ йәштәр коллективтары ҡатнаша ала.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, комиссия ағзалары эштәрҙе ҡараған ваҡытта үҙ бизнес-проекттарын киләһе йүнәлештәрҙә тормошҡа ашырған йәштәр эшҡыуарлығы субъекттарына өҫтөнлөк бирәсәк: ауыл хужалығы, һунарсылыҡ һәм урман хужалыҡтары, эшкәртеү производстволары, фәнни тикшеренеүҙәр һәм эшләнмәләр, төҙөлөш, һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәттәр күрһәтеү.

Конкурста еңеүселәр «Иң яҡшы йәштәр бизнес-проекты» һәм «Иң яҡшы йәштәр бизнес-идеяһы» исемле ике номинацияла гранттар менән бүләкләнәсәк.

Заявкалар 16 декабргә тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 27-се бүлмә (Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы) адресы буйынса ҡабул ителә. Телефон: (347) 251-57-11.

темалар: конкурстар