10 декабрь, Шәмбе

16 ноябрь 2011 йыл, 16:11

Өфө вуздары ректорҙары – 2011 йылға мәғариф өлкәһендә РФ Хөкүмәте премияһы лауреаттары

автор: Эльмира Сабирова

Өфөнөң ике юғары уҡыу йорто ректорҙарына «Мәғариф өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты» тигән почетлы исем бирелде. Юғары наградаларға техник фәндәр докторы, профессор, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Айрат Шаммазов һәм техник фәндәр докторы, профессор, Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Морат Ғөзәйеров лайыҡ булды. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Ведомствонан асыҡлауҙарынса, Айрат Шаммазовҡа премия — «Диңгеҙ нефте» фәнни-ғәмәли тикшеренеүе өсөн, Морат Ғөзәйеровҡа «Рәсәй вуздарының халыҡ-ара хеҙмәттәшлек итеүен үҫтереүҙе фәнни-ғәмәли һәм мәғлүмәти йәһәттән тәьмин итеү» фәнни-ғәмәли эшләнмәһе өсөн тапшырылған.

Премиялар РФ Хөкүмәте тарафынан ижади башланғыстарҙы үҫтереү, шулай уҡ белем биреү эшмәкәрлегендә һәм педагогия фәнендә инновацион процестарға булышлыҡ итеү маҡсатында булдырылған.