5 декабрь, Дүшәмбе

16 ноябрь 2011 йыл, 15:56

Өфөлә 600 ихата төҙөкләндерелде

автор: Евгений Рәхимҡолов

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Рәсәй ҡалаларының яңы юлдары» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Өфөлә 600-ләгән ихата төҙөкләндерелгән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Өфө хакимиәтенең ҡала йәшәйешен тәьмин итеү идаралығы начальнигы Андрей Федосов хәбәр итте.

— Был маҡсатҡа 530 миллион һум федераль средстволар бүленде, — тине ул. — Ҡала ла ситтә ҡалманы, проект муниципаль бюджеттан 44 миллион һумға тиерлек өҫтәп финансланды. Юлдарҙы ремонтлау сроктары һәм уның сифаты буйынса федераль үҙәк менән билдәләнгән нормалар теүәл үтәлде, ремонт эштәре ҡағыҙҙа күрһәтелгәнсә 1 июндән 1 ноябргә тиклем алып барылды.

Андрей Федосов әйтеүенсә, федераль средстволарға Өфөлә дүрт урамға капиталь ремонт үткәрелгән. Был Сипайловская, Ленин, Киров һәм Цюрупа урамдары. Тағы 25 урам республика һәм ҡала бюджеттары аҡсаһына ремонтланған.

— Быйыл йәнә йөҙҙән ашыу урамда соҡорҙар ямалды, — тип билдәләне Андрей Федосов. – Беҙ бындай ремонтты 250 мең квадрат метр майҙанда үткәрҙек, былтырғыға ҡарағанда был ике тапҡырға күберәк. Ҡышҡылыҡҡа юлдарыбыҙ тулыһынса тиерлек ремонтланып бөттө.

Андрей Федосов һүҙҙәренсә, ихаталарҙы ремонтлау барышында Өфөлә машиналар ҡуйыу майҙанын 105 мең квадрат метрға тиерлек арттырыуға өлгәшелгән. Ошоноң арҡаһында Өфө ихаталарында хәҙер ете меңгә күберәк машина ҡуйырға мөмкин.