5 декабрь, Дүшәмбе

16 ноябрь 2011 йыл, 15:39

Башҡортостанда квалификациялы экологтар әҙерләү системаһын оптималләштереү зарур

автор: Галина Бахшиева

Көн элгәре Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында үткән Йәмәғәт экология советы ултырышында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғәт ресурстарын һаҡсыл файҙаланыу мәсьәләләре тикшерелде.

— Әлеге ваҡытта ил алдында торған яңыртыу буйынса ҙур мәсьәләләрҙе хәл итеү инновацион ысулдарҙы, заманса технологияларҙы һәм фәнни тикшеренеүҙәрҙең барлыҡ тармаҡтарындағы, шул иҫәптән тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендәге йәш ғалимдар һәм белгестәр энергияһын ҡулланыуҙы талап итә, — тип иҫәпләй геология-минералогия фәндәре докторы, Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Сабир Мостафин.

Бөгөнгө көнгә республиканың ете ғилми учреждениеһында экологик тикшеренеүҙәр алып барыла. Төбәктең ете юғары уҡыу йортонда экология буйынса белгестәр әҙерләнә, тип хәбәр иттеләр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән.

Сабир Мостафин тотороҡло үҫеш стратегияһын һөҙөмтәле тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү, республикала тирә-яҡ мөхит сифатына идара итеүҙе һәм прогнозлауҙы оптималләштереү өсөн үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе. Атап әйткәндә, ул тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһе өсөн квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһын оптималләштерергә тәҡдим итте.