Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Ҡалтасы районында буласаҡ һайлаусыларҙың хоҡуҡи белемен арттыралар

Йәмғиәт

Ҡалтасы районының һайлаусылар исемлегендә — 21,5 меңгә яҡын кеше. Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Татьяна Мухнурова «Башинформ» агентлығына районда 37 участка һайлау комиссияһы эшләүе хаҡында һөйләне. Бөгөнгө көнгә 40-ҡа яҡын теркәүҙән төшөрөү таныҡлығы бирелгән. Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе фаразлауынса, үткән һайлау кампаниялары тәжрибәһенә таянғанда, теркәүҙән төшөү таныҡлығын алыр өсөн 500-гә яҡын кешенең мөрәжәғәт итеүе ихтимал. Улар араһында – студенттар, шулай уҡ район һәм республиканан ситтә вахта ысулы менән эшләүселәр.

Халыҡтың әүҙемлеген арттырыу ниәте менән район гәзите биттәрендә һайлауҙар буйынса мәҡәләләр даими баҫылып тора. Һайлау кампанияһы барышына, яңылыҡтарҙан тыш, күләмле аналитик материалдар ҙа бағышлана.

Үҙәк район китапханаһы тарафынан ойошторолған өлкән синыф уҡыусылары араһында үткәрелгән конкурс та буласаҡ һайлаусыларҙың хоҡуҡи белемен арттырыуға йүнәлтелгән. «Һорау-яуап» форматында йәштәр һайлау ҡануниәте үҙенсәлектәрен үҙләштерә. Быйыл Ҡалтасы районының 500-гә яҡын кешеһе һайлауҙа тәүгә ҡатнашасаҡ. Улар өсөн иҫтәлекле дипломдар ҙа әҙерләнгән. Район хакимиәтенең йәштәр бүлеге йәш һайлаусылар өсөн мәҙәни саралар ҙа ойоштормаҡсы.

Теги: һайлауҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть