Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Бүздәк районында 53 һайлау участкаһы эшләй

Йәмғиәт

Бүздәк районында Дәүләт Думаһына һайлауҙар ваҡытында 53 һайлау участкаһы эшләйәсәк, һайлауға 24 меңдән ашыу кешенең килеүе көтөлә, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына территориаль һайлау комиссияһы секретары Рәйлә Ғәлиева.

Иң ҙур һайлау участкалары район үҙәге Бүздәк ауылында урынлашҡан: Көньяҡ Бүздәк (2537 һайлаусы), Беренсе төньяҡ (2749 кеше) һәм Икенсе төньяҡ (2839).

Әле ҡыҙыу агитация кампанияһы бара.

— «Бүздәк хәбәрҙәре» гәзитендә агитация материалдары баҫыла, һайлаусылар менән даими осрашыуҙар үтә, — ти Рәйлә Ғәлиева.

Уның әйтеүенсә, буласаҡ һайлаусыларға хоҡуҡ буйынса белем биреүгә бәйле ҙур эш алып барыла: Бүздәк районы мәктәптәрендә һәм ауыл китапханаларында асыҡ дәрестәр, тематик конкурстар, викториналар үткәрелә.

Теги: һайлау
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть