Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Йыл башынан Башҡортостанда 101 киң мәғлүмәт сараһының эше туҡтатылған

Иҡтисад

Йыл башынан алып 101 киң мәғлүмәт сараһының эше туҡтатылған, уларҙың 76-һы – ойоштороусылар ҡарары буйынса, 25-е суд ҡарары менән ябылған, тип хәбәр итә Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһындағы идаралығы сайты.

Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһындағы идаралығының йылдан ашыу эшләмәгән киң мәғлүмәт сараларының теркәлеү тураһында танытмаларын ғәмәлдән сыҡҡан тип таныу тураһындағы дәғүә ғаризалары буйынса суд ҡарарҙарының көсөнә инеүе нигеҙендә октябрҙә һигеҙ киң мәғлүмәт сараһының эше туҡтатылған.

Бынан тыш, атап үтелгән осорҙа һигеҙ киң мәғлүмәт сараның теркәлеү тураһында танытмалары ғәмәлдән сығарылған, уларҙың ойоштороусылары эшмәкәрлекте туҡтатыу тураһында ғаризаларҙы үҙҙәре тапшырған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть