4 декабрь, Йәкшәмбе

16 ноябрь 2011 йыл, 13:23

Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Туймазы районына һәм Октябрьский ҡалаһына барҙы

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

16 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Туймазы районында һәм Октябрьский ҡалаһында булды.

Туймазы ҡалаһында төбәк башлығы балалар баҡсаһын һәм 9 күп фатирлы йортто йылы менән тәьмин итеүсе яңы типтағы ҡаҙанлыҡ эше менән танышты. Ҡаҙанлыҡ 2009 йылда файҙаланыуға тапшырылған, объект хаҡы — 53 млн һум. Йылытыу пунктының билдәләнгән ҡеүәте сәғәтенә 13 Гигакалорияны тәшкил итә, әлеге йөкләнеше — сәғәтенә 3,3 Гкал. Ҡаҙанлыҡтың запас ҡеүәттәре «Ҡояшлы» биҫтәһендәге яңы төҙөлөүсе торлаҡ йорттарға йылы биреү һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү өсөн кәрәк буласаҡ.

Көньяҡ урамында Рөстәм Хәмитов Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү программаһы буйынса капиталь ремонт үткәрелгән күп фатирлы торлаҡ йорттарҙы һәм 60 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһын реконструкциялау барышын тикшерҙе. Элек мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының туҙған йортонда балалар йорто һәм реабилитация үҙәге урынлашҡан булған. Ремонтҡа республика ҡаҙнаһынан 6,4 млн һум аҡса бүленгән. Әлеге мәлдә төҙөүселәр биҙәү эштәрен тамамлай. Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, 21 ноябрҙә балалар туплау буйынса эштәр башланасаҡ. Был мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы күреү һәләте насар булған балалар өсөн тәғәйенләнгән, улар менән педагог-дефектологтар эшләйәсәк.

Эш сәфәре сиктәрендә төбәк башлығы Туймазылағы буласаҡ Боҙ һарайы урынын да ҡараны. Бында 2011 йылдың сентябрендә төҙөлөш башланған. Проект буйынса универсаль арена 4 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанлы япмалы һырғалаҡты, 818 урынлыҡ трибунаны, кейенеп-сисенеү бүлмәләрен, медицина пунктын, атлетика залын һәм кафены үҙ эсенә аласаҡ. Артабан япмалы теннис корты өсөн өҫтәмә төкәтмә күтәреү планлаштырыла. Объекттың смета хаҡы — 313 млн һум, тип хәбәр итә республика башлығының мабуғат хеҙмәте.