8 декабрь, Кесе йома

16 ноябрь 2011 йыл, 13:10

Өфөлә инновацион семинарҙа 30 проект ҡараласаҡ

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә бәләкәй инновацион бизнесты үҫтереү тәжрибәһенә арналған бушлай семинар асылды. Унда 100-гә яҡын менеджер, инновацион-технологик бизнес консультанттары, шулай уҡ юғары уҡыу йорттары, идара итеүсе компаниялар, инвестиция фондтары, дәүләт структуралары һәм ойошма вәкилдәре ҡатнаша.

Өсөнсө тапҡыр үткәрелгән инновацион семинарҙы ойоштороусылар булып республика Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһы һәм Рәсәй венчур компанияһы сығыш яһай.

— Бына өсөнсө йыл инде Рәсәй венчур компанияһы башланғысы менән бындай семинарҙар үткәрәбеҙ. Инновацион семинарҙың беренсе көнөндә беҙ венчур индустрияһы тураһында һөйләйбеҙ, ә ҡалған ике көндә барлыҡ теләүселәргә уларҙың инновацион технологик проекттары буйынса консультациялар бирәбеҙ. Беҙҙең семинар-тренингта ҡатнашыусы 100 кешенән утыҙы үҙҙәренең эшләнмәләре буйынса консультация алырға теләк белдерҙе, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына семинар спикеры, иҡтисад фәндәре докторы, РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһының инновацион-технологик бизнес факультеты деканы Владимир Зинов.

Уның һүҙҙәренсә, иң лайыҡлы проекттарға венчур фонды тарафынан инвестициялар һалынасаҡ.

— Беҙҙең ил нисек аҡса эшләй ала? Тәү сиратта сеймал, транспорт схемалары һәм инновацион технологиялар ярҙамында. Аҙҙаҡҡы ресурс тулыһынса үҙләштерелмәгән әле. Минеңсә, Башҡортостан — әүҙем үҫешеүсе төбәк, инновацион үҫеш өсөн уның ҙур потенциалы бар. Беҙҙең семинарҙа алған белемдәрҙе ҡатнашыусылар уңышлы тормошҡа ашырыр, тип ышанабыҙ, — тип өҫтәне Владимир Зинов.

Семинар 18 ноябргә тиклем дауам итәсәк.