11 декабрь, Йәкшәмбе

16 ноябрь 2011 йыл, 13:03

Туймазыла торлаҡ фондына идара итеү мәсьәләләре тикшереләсәк

автор: Сергей Захаров

16 ноябрҙә Туймазы ҡалаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов рәйеслегендәге Хөкүмәт Президиумының «Торлаҡ фонды менән идара итеү проблемалары һәм уны камиллаштырыу буйынса саралар тураһында» темаһына күсмә ултырышы үтәсәк.  

Атап әйткәндә, күп фатирлы йорттар менән идара итеүҙе камиллаштырыу, торлаҡ милекселәре ширҡәттәре идара компаниялары эшмәкәрлегенең үтә күренмәле булыуын тәьмин итеүгә бәйле мәсьәләләрҙе ҡарау планлаштырыла.

Бынан тыш торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге яңылыҡтарҙың береһе — граждандарҙың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрен ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар һәм торлаҡ фонды менән идара иткән ойошмалар араһында бүлеү механизмын индереү тураһында һүҙ алып барыласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, бындай күрһәтмәне 4 октябрҙәге Дәүләт Советы Президиумы ултырышы йомғаҡтары буйынса Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев биргәйне.

«Түләүҙәрҙе бүлеү» механизмы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн айырым компанияларға түләүҙе күҙ уңында тота. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләгән документта хеҙмәт күрһәткән бөтә ойошмалар ҙа күрһәтеләсәк.  

Шулай итеп, граждан аҡсаны әлеге кеүек идарасы компанияға түгел, ә аныҡ ойошмаларға түләйәсәк, идарасы компаниялар иһә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн үҙҙәренә тейешле аҡсаны ғына аласаҡ. Ә түләү ҡағыҙы бер нисәүгә бүленмәй, әүәлгесә берҙәм булып ҡаласаҡ.