8 декабрь, Кесе йома

16 ноябрь 2011 йыл, 11:27

1400 йәш сибайлы 4 декабрҙә тәүге тапҡыр һайлауҙарҙа ҡатнашасаҡ

автор: Марина Шумилова

Сибайҙың 1400 егет һәм ҡыҙҙары һайлау хоҡуғын ҡулланыу өсөн 4 декабрҙә тәүге тапҡыр тауыш биреүгә киләсәк. Йәмғеһе Сибайҙа һайлаусылар исемлегендә 47 меңләп кеше иҫәпләнә.

«Башинформ» агентлығына территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Вәсил Сәғәҙәтовтың хәбәр итеүенсә, Сибайҙа 23 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Участка һайлау комиссиялары әле исемлектәрҙе тикшереүҙе, теркәүҙән төшөрөү таныҡлыҡтары биреүҙе дауам итә. Мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә һайлауҙарҙа ҡатнашыу өсөн шарттар тыуҙырыуға ла айырым иғтибар бирелә. Ҡалала 350 самаһы инвалид йәшәй, шуға күрә һайлау учаскаларында пандустар ҡоролған, насар күреүселәр өсөн лупалар һәм трафареттар әҙерләнгән. Ҙур ауырлыҡ менән хәрәкәт иткәндәр өйҙә тауыш бирәсәк, күсмә урналарҙы өйгә алып барыу кәрәклеге тураһындағы мәғлүмәт алдан йыйыла.

Ҡала округының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе әйтеүенсә, сәйәси партиялар менән һайлау алды агитацияһы башлыса урындағы киң мәғлүмәт саралары ярҙамында алып барыла: материалдар Сибайҙың ике гәзитендә – «Сибайский рабочий» һәм «Атайсал»да урынлаштырыла.

— Ғөмүмән, һайлауға ҡыҙыҡһыныу ҙур. Сибайҙар һәр ваҡыт юғары электораль әүҙемлек менән айырылып торҙо, 2007 йылдағы Дума һайлауҙарында ла халыҡтың 80 проценты ҡатнашты, — тип билдәләне Вәсил Сәғәҙәтов.

темалар: һайлау