6 декабрь, Шишәмбе

16 ноябрь 2011 йыл, 11:38

Өфөлә Бөтә Рәсәй әсәләр форумы асылды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Ғаилә, әсәлек һәм балалыҡ мәсьәләләрен хәл итеү өсөн халыҡты берләштереү бөгөн Өфөнөң Конгресс-холында асылған V Бөтә Рәсәй әсәләр форумының төп маҡсаты булып тора. Съезды үткәреү өсөн Башҡортостан осраҡлы ғына һайланмаған – бында әсәлек һәм балалыҡ өлкәһендә ҙур тәжрибә тупланған, тип иҫәпләй ойоштороусылар.

— Республикала алты меңдән ашыу әсә «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән. Был беҙҙең төбәктә генә шулай. Бында Әсә йылы ла үткәрелде, был шулай уҡ беҙҙең республикала ғына, — тип билдәләне «Әсәй» Халыҡ-ара хәйриә фондтары йәмәғәт ассоциацияһы президенты Рәис Атнағолов. – V форумдың бында үтеүенә мин бик шат.

Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан 550 делегат форумда ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың баш ҡалаһына килгән. Улар араһында – РФ субъекттарының министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре, билдәле йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәрҙәре, илдең ғилми берләшмәһе вәкилдәре һәм, тәү сиратта, әсәләр. Улар ғаилә, әсәләр һәм балалар хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауға ҡағылышлы мөһим темаларҙы тикшерәсәк, бында дәүләт, бизнес һәм киң мәғлүмәт сараларының ролен билдәләйәсәк.  

Сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың илдең барлыҡ төбәктәренән әсәләҙе ҡабул итеүенә бик шат булыуын билдәләне. Төбәк башлығы билдәләүенсә, республикабыҙ һәр ваҡыт ҡунаҡсыл булды.

— Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән әсәләр йыйылған был залға ҡараһам, унан йылылыҡ, мөхәббәт, хәстәрлек энергияһы килеүен тоям, — тип билдәләне Рөстәм Зәки улы. – Башҡортостанда балалар һаны халыҡтың дүрттән бер өлөшөн тәшкил итә. Беҙҙә дүрт миллиондан ашыу кеше йәшәй, тимәк, балалар – бер миллион. 650 ғаилә бала тәрбиәләй. Беҙҙең өсөн был иң мөһиме, иң ҡәҙерлеһелер. Әсәлеккә, балалыҡҡа ярҙам итеү кәрәклеген аңлап, бөтә йүнәлештәр буйынса ла беҙҙән торғандарҙы эшләргә тырышабыҙ. Республикала яңы мәктәптәр төҙөлә, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары, ғаиләгә һәм балаларға социаль-психологик ярҙам үҙәктәре һәм хеҙмәттәре селтәре үҫешә. Үҫмерҙәрҙең йәйге ялын ойоштороуға күп иғтибар бүләбеҙ. Үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса Волга буйы федераль округында йәйге лагерҙарҙа ял иткән мәктәп уҡыусылары һаны буйынса беҙ беренсе урында торабыҙ.

Рөстәм Хәмитов күп балалы ғаиләләрҙең әүәлгесә иғтибар үҙәгендә булыуын билдәләне. Республикала улар 34 меңдән ашыу.

— Йыл һайын күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙамға 600 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Дәүләт ярҙамының федераль сараларынан тыш, ундан ашыу башҡа төр пособиелар түләнә. Уларға торлаҡ һатып алыуҙа һәм башҡа коммуналь хеҙмәттәр буйынса ташламалар ҡаралған. Бындай ғаиләләрҙең беренсе синыфта уҡыусы балаларына яҙыу-һыҙыу кәрәк-яраҡтары тупланмаһы һәм мәктәп формаһы тапшырыла, мәктәптәрҙә бушлай туҡланыу ойошторола. Һуңғы өс йыл эсендә биш һәм унан да артыҡ бала тәрбиәләүсе 70-тән ашыу күп балалы ғаилә 150 миллион һумға торлаҡ сертификаттары алды. Әммә меңдән ашыу бындай ғаилә әле сиратта тора. Тимәк, беҙ улар алдында әле булһа бурыслы, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов.

Яңыраҡ республикала күп балалы, шулай уҡ инвалид балалары булған ғаиләләргә торлаҡ төҙөү өсөн бушлай ер участкаларын бүлеүҙе күҙ уңында тотҡан закон ҡабул ителде.

Әммә, Президент билдәләүенсә, эшләйһе эштәр күп әле. Ул һәр ерҙә лә көнүҙәк булған проблемаларҙы билдәләп үтте. Тәүгеһе – мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында урындар етмәү.

— Бөгөнгө көнгә беҙҙә тыуым арта, демографик хәл дә яҡшыра, әммә балалар баҡсалары бик әҙ төҙөлә. Әлеге ваҡытта республикала 50 меңгә яҡын сабый балалар баҡсаһына эләгә алмай, тимәк, 50 меңдән ашыу әсә эшкә сыға алмай. Алдағы өс йылда был йүнәлештә алға китеү мөмкинлеген бирәсәк программа ҡабул иттек. Программа арзан түгел – 9 миллиард һум тора, әммә балалар баҡсаларында 25 мең яңы урын булдырыласаҡ. Быйыл – 9 мең, киләһе йылда йәнә 10 мең урын буласаҡ.

Президент иғтибарын йүнәлткән икенсе мәсьәлә — балалар ялын ойоштороу.

— Балалар менән мотлаҡ шөғөлләнергә кәрәк. Әгәр балаға берәй профессионал – педагог, тренер йәки түңәрәк етәксеһе кәрәкле йүнәлеш бирмәһә, быға бөтөнләй икенсе кешеләрҙең килеп ҡыҫылыуы мөмкин. Наркомания, алкоголизм һәм башҡа насар ғәҙәттәрҙең ни тиклем ҡурҡыныс менән янауын әйтеп тораһы ла түгел. Шул уҡ ваҡытта ижади эш йәки спорт баланы ҡыҙыҡһындыра алһын өсөн, ул ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле булырға тейеш.

Рөстәм Хәмитов балаларҙы спортҡа йәлеп итеүҙең бик мөһим булыуын билдәләне. Был йүнәлеш хаҡында һүҙ йөрөткәндә, Президент ҡиммәтле секцияларға йөрөтөү өсөн барыһының да мөмкинселектәре булмауы хаҡында әйтте, шуға күрә республикала был мәсьәлә киләһесә хәл ителә: йорт алдарында футбол, баскетбол, волейбол спорт майҙансыҡтары төҙөлә.

Рөстәм Зәки улы әсәләр сәләмәтлеген дә иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Ул ҡатын-ҡыҙҙарҙың эш шарттарына айырыуса иғтибар бүлде.

— Бөгөн республикала 23 меңгә яҡын ҡатын-ҡыҙ санитар-гигиена талаптарына яуап бирмәгән эштә эшләй. Ауырлы ҡатындар өсөн эш урындары булдырыу мәсьәләһе лә бар. Былар барыһы ла ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғына түгел, буласаҡ әсәләр һаулығына ла зыян килтерә. Статистика буйынса, һәр етенсе эшләүсе ауырлы ҡатын сабыйын юғалта. Был проблема тиҙ арала хәл итеүҙе талап итә. Эш биреүселәр йыш ҡына был хәлгә тыныс ҡарай. Бындай предприятиеларҙың хужалары, акционерҙары бар, әммә улар, гүйә, үҙҙәренең производстволарында эшләгән кешеләрҙе яратмай. Предприятиеларҙа был өлкәлә хәлдең яҡшыртылыуын талап итәсәкбеҙ.

Әсәлек бәхетенән мәхрүм булған ҡатындарҙың проблемалары хаҡында ла оноторға тейеш түгелбеҙ. Мәҫәлән, белгестәр мәғлүмәте буйынса, бөгөн ҡатындарҙың 20 проценты бала таба алмай, һәм улар ярҙамға мохтаж. Республика перинаталь үҙәгендә ике меңдән ашыу пар иҫәптә тора. Бының ҡиммәтле операция булыуын һәм федераль аҡсаларҙың ғына етмәүен аңлап, республика бюджетынан быйыл 100-ҙән ашыу процедура үткәреү өсөн 12 миллион һум самһы аҡса бүленде. Киләһе йылда был һанды икелетә арттырырға уйлайбыҙ. Беҙҙең власть халыҡ өсөн эшләргә тейеш.

Сарала шулай уҡ инвалид балаларға ярҙам күрһәтеү һәм етем балаларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау тураһында һүҙ барҙы.

Әйткәндәй, республикала 14 меңгә яҡын инвалид бала йәшәй.

— Әлбиттә, бындай ғаиләләрҙе үҙ проблемалары менән япа-яңғыҙ ҡалдырырға ярамай, -тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. – Башҡортостанда инвалидтар өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса «Асыҡ мөхит» маҡсатлы программаһы ҡабул ителде. Аҡылға зәғиф булған балаларҙы тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе профессиональ оҙатыу буйынса «Өмөт» республика программаһы эшләй. Әлеге ваҡытта эре реабилитация үҙәктәрен булдырыу мәсьәләләре ҡарала. Хеҙмәт хаҡы түбән булыу сәбәпле реабилитация буйынса белгестәр бындай учреждениеларға бармай. Шуға күрә уларға эш хаҡын арттырыу буйынса саралар күрелә.

«Әсәлек абруйын арттырыу өсөн, әсәләргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү өсөн республикала барыһы ла эшләнәсәк. Беҙгә бөтә әсәләр ҙә мөһим. Беҙ уларҙы яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Улар беҙгә кәрәк», — тине һүҙ аҙағында Президент.

Форум программаһы ғаилә һәм демография сәйәсәте буйынса алты түңәрәк өҫтәл эше менән дауам итте. 16 ноябрҙә форумда ҡатнашыусылар йомғаҡ яһаясаҡ. Бынан тыш, был көндә матбуғат коференцияһы үтәсәк. Оло сара «Эшләүсе әсәләр өсөн иң яҡшы предприятие» конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү һәм концерт менән тамамланасаҡ.