3 декабрь, Шәмбе

16 ноябрь 2011 йыл, 11:09

Эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса консультациялар алыуы еңелләшәсәк

автор: Любовь Колоколова

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһының Башҡортостандағы бүлексәһе һәм «Рәсәй терәге» бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмалары араһында консультацион ярҙам күрһәтеү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү буйынса ниәттәр протоколына ҡул ҡуйылды. Документта республикала Һаҡлыҡ банкы базаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә бушлай консультацион хеҙмәттәр күрһәтеү үҙәге төҙөү буйынса пилот проектын тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ бара.  

Дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, тәүге мәғлүмәт-консультациялар үҙәге Стәрлетамаҡта эшләй башлаясаҡ. Теләге булған һәр кем бында бизнес асыу һәм эшҡыуарлыҡ алып барыу мәсьәләләре буйынса бушлай юғары квалификациялы ярҙам ала аласаҡ. Үҙәкте асыу тантанаһы 17 ноябргә билдәләнгән.

Мәғлүмәти-консультацион үҙәктәр йыл аҙағына тиклем аҙнаһына ике тапҡыр  (шишәмбе һәм кесаҙна) 9-ҙан 13 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Эшҡыуарҙарҙың һалым һалыу, бухгалтер иҫәбе алып барыу, кредитлау, предприятиены үҫтереү һәм уның хоҡуҡи яҡтан һаҡланған булыуы, бизнес-планлаштырыу, квалификация күтәреү һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуға бәйле башҡа мәсьәләләр буйынса консультациялар алыуға мөмкинлеге буласаҡ.

«Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар һәм территориялар – үҫеш нөктәһе» республика форум-күргәҙмәһе сиктәрендә йәнә Стәрлетамаҡта БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһының Башҡортостандағы бүлексәһе һәм «Рәсәй терәге» Бөтә Рәсәй эшҡыуарҙар йәмәғәт ойошмаһының республикалағы бүлексәһе араһында Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә бушлай консультацион хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса юғары квалификациялы үҙәктәр селтәре ойоштороу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырыла. 2012 йылда бындай үҙәктәр республиканың тағы ла 30-лап районында ойоштороласаҡ, тип күҙаллана.