Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Салауатта 20 йылдан ашыу дауахананы төҙөп бөтә алмайҙар

Иҡтисад

Башҡортостанда оҙаҡҡа һуҙылған төҙөлөш проблемалары әүҙем хәл ителә. Атап әйткәндә, Салауатта күп функциялы дауахана төҙөлөшөн һәм «Алмаз» бассейнын реконструкциялауҙы тамамлау мәсьәләләрендә ыңғай динамика күҙәтелә. Был хаҡта ҡала хакимиәтенән хәбәр иттеләр.

Күп функциялы дауахана совет заманында — 1989 йылда уҡ төҙөлә башлаған. 22 йыл эсендә 300 млн һум самаһы аҡса үҙләштерелгән. 2007 йылдың майынан төп корпус бинаһының бер өлөшө файҙаланыуға тапшырылған. Шул уҡ ваҡытта финанслауҙың аҙ булыуы арҡаһында төҙөлөштө тамамлау билдәһеҙ ваҡытҡа һуҙылған. Был арала төҙөлөш нормалары һәм ҡағиҙәләре лә үҙгәргән. Шуға күрә төҙөлөп бөтмәгән бина тулыһынса тикшереүҙе талап итә.

Төп корпус төҙөлөшөн тамамлау өсөн 552 млн һум кәрәк. Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә һәр төрлө эштәр һәм экспертиза үткәреүгә средсволар бүленә башлаған да инде.

«Алмаз» бассейнын реконструкциялауға килгәндә иһә, был объект та республика адреслы инвестиция программаһына индерелгән, һәм әлеге ваҡытта проектлау, бассейнды реконструкциялауҙы тамамлау буйынса средстволарҙы үҙләштереү графигы теүәл күҙәтелә. Шулай итеп, дауахана ла, бассейн да яҡын арала халыҡты ҡабул итеүгә әҙер буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть