8 декабрь, Кесе йома

15 ноябрь 2011 йыл, 17:18

Төбәктә ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса түңәрәк өҫтәл үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

Шаршамбы, 16 ноябрҙә, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында республикала ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү өлкәһен үҫтереүгә бағышланған түңәрәк өҫтәл үтәсәк. Кәңәшмәлә Рәсәйҙең «Рециклинг отходов» журналының баш мөхәррире Галина Цуцкарева ҡатнашасаҡ.

— Түңәрәк өҫтәлдә ҡалдыҡтарҙы утилләштереү, эшкәртеү, шулай уҡ ҡалдыҡтар менән эш итеүсе предприятиеларҙың эшмәкәрлек һөҙөмтәлелеген арттырыу мәсьәләләрен тикшереү планлаштырыла, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының инженер-экологы Альбина Шәмсетдинова.

Сарала ҡатнашыусылар – төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы, Өфө хакимиәте, Башҡортостан Республикаһында ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге предприятиелар вәкилдәре, шулай уҡ экология йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре.

Кәңәшмә 15 сәғәттә башлана.