9 декабрь, Йома

15 ноябрь 2011 йыл, 16:41

Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәген үҫтереү комплекслы программаһы раҫланды

автор: «Башинформ»

Башҡортостан Хөкүмәтенең 2011 йылдың 9 ноябрендәге 395-се ҡарары менән 2011-2015 йылдарға Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү урта сроклы комплекслы программаһы раҫланды.

Программа Башҡортостан Президентының был төбәкте комплекслы үҫтереү векторын билдәләгән 2010 йылдың 24 декабрендәге РП-208-се бойороғо нигеҙендә әҙерләнгән.

Ҡарарҙа билдәләнеүенсә, программа төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади йәһәттән тотороҡло үҫтереүҙе тәьмин итеү һәм халыҡтың йәшәү сифатын арттырыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында булдырылған.

Башҡортостан Республикаһының башҡарма дәүләт власы органдарына республика маҡсатлы программалары, республика адреслы инвестицион һәм башҡа программалары проекттарын әҙерләгәндә, шулай уҡ ғәмәлдәге программаларға төҙәтмәләр индергәндә Урта сроклы программа положениеларын иҫәпкә алырға ҡушылды.

Башҡортостан Республикаһы бюджеты мөмкинлектәрен һәм федераль бюджеттан, шулай уҡ бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан йәлеп ителгән средстволар күләмен иҫәптә тотоп, Урта сроклы программаны тормошҡа ашырыу сараларына, финанслау күләмдәренә һәм маҡсатлы күрһәткестәренә йыл һайын төҙәтмәләр индереп торорға була, тип билдәләнә документта.

Урта сроклы программаның үтәлешенә контроллек итеү Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдиновҡа йөкмәтелде, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.