Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

«Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең карбамиды – Рәсәйҙең иң яҡшы тауарҙары араһында

Иҡтисад

«Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең продукцияһы «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» Бөтә Рәсәй программаһы йомғаҡтары буйынса билдәләнде.

«Производство-техник тәғәйенләнештәге продукция» номинацияһында карбамид «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары»-2011 Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе тип табылды.  «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтендә сығарылған стирол, БНД 90/130 маркаһындағы нефть битумы, ДОФ пластификаторы, этил ҡушылмаған II төрҙәге Регуляр Евро-92 бензины дипломанттар исеменә лайыҡ булды.

Компанияның матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә етештерелгән продукция иң юғары стандарттарға яуап бирә. «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» программаһы дипломдары компанияның сифат өлкәһендә алып барылған сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеген һәм персоналдың үҙҙәре етештергән продукцияның сифат күрһәткестәренә уғата яуаплы ҡарауҙарын таныу ул.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть