3 декабрь, Шәмбе

15 ноябрь 2011 йыл, 15:19

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы халыҡҡа иң «популяр» янғын сәбәптәре буйынса мәғлүмәт бирә

автор: Ольга Мортазина

Янғын инспекторҙары һәм дежур ҡарауылдарҙың шәхси составы традицион көҙгө рейтарға сыҡты. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре «Торлаҡ» иҫкәртеү акцияһын үткәрә. Бында шәхси секторға айырым иғтибар бирелә.

— Практиканан күренеүенсә, шәхси хужалыҡтарҙа йәшәүселәр биш йыш янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай. Электр селтәренә тоташҡанда электр ҡорамалдарын дөрөҫ монтажламау һәм ихаталағы ҡаралтылар араһында тейешле ара ҡалдырмау йыш күҙәтелгән ҡағиҙә боҙоуҙарҙан һанала. Ҡышҡы янғындарҙың иң «популяр» сәбәптәре  — төҙөк булмаған мейестәр һәм һүндерелмәй ҡалған электр приборҙары, — тип аңлаттылар Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.

Рейд барышында янғын һүндереүселәр йорт-хужалыҡтар буйынса йөрөп, торлаҡты тикшерә, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртә һәм һаҡлыҡ сараларын күреү кәрәклеген хәтергә төшөрә.