10 декабрь, Шәмбе

15 ноябрь 2011 йыл, 15:13

Башҡорт дәүләт университетында Рим Йәнғужин иҫтәлегенә арналған бөтә Рәсәй конференцияһы үтә

автор: Марина Шумилова

15 ноябрҙә Башҡорт дәүләт университетында билдәле ғалим, профессор Рим Йәнғужиндың тыуыуына 70 йыл тулыуға һәм Башҡорт дәүләт университетының Башҡортостан Республикаһы тарихы һәм этнология кафедраһына 20 йыл тулыуға арналған бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтә. Сарала тарихсылар, этнографтар, архивсылар, министрлыҡтар һәм ведомстволар, йәмәғәтселек вәкилдәре һәм шулай уҡ яҡташыбыҙ, тарих фәндәре докторы, Тәбиғәт фәндәре академияһы академигы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән хеҙмәткәре, Башҡорт дәүләт университетының почетлы профессоры Рим Зәйниғәбит улы Йәнғужин исеменә нисек тә бәйле булған кешеләр ҡатнаша.

Рим Йәнғужин Башҡортостанда һәм республиканан ситтә хужалыҡ тәртибен, матди мәҙәниәтте, социаль ҡоролошто, башҡорт этногенезын һәм башҡорт этносы тарихнамәһен өйрәнеүгә бағышланған ғилми хеҙмәттәр авторы, ғалим булараҡ беләләр.

Конференцияла тарих һәм этнология үҫеше проблемалары һәм перспективалары, этнология фәне теорияһы һәм практикаһы тикшерелә.

Был көндө Өфөлә шулай уҡ Рим Йәнғужин һуңғы йылдарҙа йәшәгән йортта (Мостай Кәрим урамы, 48) ғалимға бағышланған мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтәсәк.