6 декабрь, Шишәмбе

15 ноябрь 2011 йыл, 15:02

Өфөлә «ПродУрал. Упаковка-2011» күргәҙмәһе асылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

«Нефтсе» мәҙәниәт һарайында 17-се «ПродУрал. Упаковка–2011» төбәк-ара махсуслашҡан күргәҙмәһе асылды. Форум БР Ауыл хужалығы министрлығы, республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты ярҙамында «БашЭКСПО» күргәҙмә үҙәге менән ойошторолған.

Күргәҙмәлә яңы етештерелә башлаған аҙыҡ-түлек продукттары, эсемлектәр, аҙыҡ-түлекте ҡаптарға төрөү ҡорамалдары һәм башҡалар күрһәтелгән. Уның эшендә Мәскәү, Түбәнге Новгород, Ярославль, Ҡазан, Йошкар-Ола, Ижевск, Пенза, Яр Саллы, Стәрлетамаҡ, Учалы, Туймазы, Салауат ҡалалары, Свердловск, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләре компаниялары ҡатнаша.

Төбәктең «САВА», «Нисон», «Глория торг сервис», «Йола» агрохолдингы, Силәбе өлкәһенең «Рәүис. Сосновская ҡошсолоҡ фабрикаһы», республиканың «Рощинский совхозы» дәүләт унитар предприятиеһы, «Сифат фабрикаһы» һәм «Добрыня» сауҙа маркаһы кеүек алдынғы ит комбинаттары үҙенең продукцияһын тәҡдим итә.

Күргәҙмәлә урындағы етештереүселәрҙең икмәк-ҡалас һәм кондитер изделиелары, һөтсөлөк сәнәғәте яңылыҡтары ла урын алған.

Эшлекле программа сиктәрендә «Күргәҙмәләге иң яҡшы продукт» профессиональ дегустация конкурсы үткәреләсәк. Бынан тыш «Ваҡлап һатыу селтәрҙәренең һайлауы» дегустация конкурсын ойоштороу ҡаралған. Ул эске баҙарҙа үҙенең позицияларын нығытырға теләгән компанияларҙың тауарҙарына иғтибар йәлеп итеү өсөн эшләнә.

Үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияның иң яҡшы өлгөләрен һәм алдынғы технологияларҙы күрһәтеү, Башҡортостан предприятиелары һәм уларҙың Рәсәйҙәге партнерҙары араһындағы ике яҡҡа ла файҙалы хеҙмәттәшлекте үҫтереү, аҙыҡ-түлек тауарҙары ассортиментын киңәйтеү һәм уларҙың сифатын яҡшыртыу «ПродУрал. Упаковка» күгәҙмәһенең төп маҡсаты булып ҡала.