11 декабрь, Йәкшәмбе

15 ноябрь 2011 йыл, 14:05

Рөстәм Хәмитов яҡташ тенниссыларҙы еңеү менән ҡотланы

автор: Дмитрий Слезин

Өфөлә 19 йәшкә тиклемге егеттәр араһында теннис буйынса Рәсәй команда беренселеге тамамланды. Башҡортостандың егеттәр командаһы Санкт-Петербургты һәм Краснодар крайын үтеп, беренсе урынды яуланы.

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Олимпия резервындағы теннис буйынса Республика балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Фаил Хәфизовҡа ҡотлау телеграммаһын ебәрҙе.

Ҡотлауҙа былай тиелә:

— Хөрмәтле Фаил Наил улы! Һеҙҙе һәм Башҡортостан Республикаһының теннис буйынса командаһын еңеү менән ихлас ҡотлайым!

Андрей Савельев, Федор Червяков һәм Сергей Кудряшов составындағы беҙҙең команда 19 йәшкә тиклемге егеттәр араһында теннис буйынса Рәсәй команда беренселегендә еңеүгә өлгәшә алды.

Спортсыларға, шулай уҡ команда етәксеһе, тренер Р.Г.Нурғәлиевҡа юғары спорт оҫталыҡтары, ихтыяр көсө һәм еңеүгә ынтылыштары өсөн рәхмәтемде белдерәм. Республика тенниссылары артабан да бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарында Башҡортостан абруйын арттырыр, тип ышанам. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, шулай уҡ Башҡортостан һәм бөтә Рәсәй данын күтәрәсәк яңы еңеүҙәр теләйем!

Ихтирам менән, Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.Хәмитов.