9 декабрь, Йома

15 ноябрь 2011 йыл, 13:28

Асҡын районында Дума һайлауҙарына ҡыҙыҡһыныу ҙур

автор: Марина Шумилова

Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Илшат Фәтихов Асҡын районында Дума һайлауҙарына ҙур ҡыҙыҡһыныу күҙәтелеүен билдәләй.

— Был ҡыҙыҡһыныуға лидерҙарҙың һәм сәйәси партия вәкилдәренең һайлау алды  теледебаттары ла ныҡ булышлыҡ итә, — тине «Башинформ»ға Илшат Фәтихов. – Халыҡ был дебаттар буйынса үҙ-ара фекер алыша, үҙҙәренсә һығымталар яһай.  Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа канидаттарҙың районға килеүе лә ыңғай ҡабул ителде. Бында, төпкөлдә йәшәгән кешеләр республикабыҙ мәнфәғәттәрен Дәүләт Думаһында яҡлаясаҡ кешеләрҙе белергә теләй.

Асҡын районында 17 меңдән ашыу кеше һайлаусылар исемлегендә. Районда 46 һайлау участкаһы эшләй. Шуларҙың иң ҙур дүрт участкаһы район үҙәге Асҡында урынлашҡан. Уларҙың һәр береһендә меңдән ашыу һайлаусы теркәлгән. Бер нисә һайлау участкаһы — Баҙансат, Ҡаҙансы, Ҡыйғаҙы, Көнгәк һәм Петропавловка — эргә-тирәләге ауылдарҙан бер аҙ алыҫтараҡ ята, участкаға барғанда халыҡ ҡыйынлыҡ күрмәһен өсөн һайлау көнөндә бында өҫтәмә автобус маршруттары ойоштороласаҡ.

Асҡын территориаль һайлау комиссияһы рәйесе әйтеүенсә, районда Себерҙә вахта менән эшләгәндәр күп — яҡынса 1600 кеше. 4 декабрҙә тауыш биреүгә хоҡуғын ҡулланыу өсөн, әле улар берҙәм рәүештә теркәүҙән төшөрөү таныҡлыҡтары ала.  

темалар: һайлау